Юлдағы «күләүек»тәргә ҡаршы көрәш фажиғәгә әйләнә

Юлдағы «күләүек»тәргә ҡаршы көрәш фажиғәгә әйләнә 09.11.2015

Бөгөн баш ҡаланың Бессонов урамында заманса ямғыр канализацияһы төҙөлөшөндә ҡатнашҡан Баҡалы районы егете ҡом һәм таш өйөмө аҫтында ҡалды. Монтажсы кәрәкле үлсәмдәр яһар өсөн траншеяға төшә, шул уҡ секундта уға юлдың өҫкө ҡатламы ишелә.

Бессонов урамында ғәҙәти булмаған тынлыҡ. Техника траншея ҡаҙыуҙан туҡтаған. Эшселәр аптырауҙа. Улар менән бергә төҙөлөш эштәрендә ҡатнашҡан йәш егеттең ҡапыл ғүмере өҙөлгән.
Баҡалы районынан 20 йәшлек Илсур баш ҡалаға аҡса эшләргә килә. Тик яңыраҡ ҡына әрменән ҡайтҡан егет  төҙөлөш компанияһында монтажсы булып бер ай ғына эшләп өлгөрә.  Бөгөн дә ул ғәҙәттәгесә дүрт метр тәрәнлектәге траншеяға төшөп, кәрәкле үлсәмдәр яһарға тейеш була. Тик кире өҫкә уның кәүҙәһен генә сығаралар. Илсурҙың ағаһы белдереүенсә, быға тиклем дә ошо урында юлдың өҫкө ҡатламы ишелеүе күҙәтелгән.
Ямғыр канализацияһын төҙөүҙә ҡатнашыусылар бәләгә тарыған егеткә ярҙамға ашыға. Уны соҡорҙан сығарыуға 20 минут тирәһендәй ваҡыт талап ителә. Ләкин һуң  була, эшселәр ҙә траншеяның ишелеүе тәүгә күҙәтелмәй,ти.
Бәхетһеҙ осраҡмы, әллә юҡмы?! Быны хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерәсәк. Шулай ҙа төҙөлөш компанияһы етәкселеге ғәйебен танырға ашыҡмай, барыһы ла ғәҙәти эш режимында барған. Хәүефһеҙлек саралары хаҡында барыһы ла алдан иҫкәртелгән.
Һәләк булған егеттең ағаһы Әлфир әле  шаңҡыу хәлендә булһа ла, ғәҙеллек өсөн көрәшәсәген белдерҙе. Бер бәхетһеҙлек тә сәбәпһеҙ булмай тигән ҡарашта ул. Башҡортостан хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр ғына эш урынында 48 кеше һәләк булған. Ҡаты имгәнеүселәр иһә өс тапҡырға күберәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку