Юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашмаһа ла, өс миллион һум түләргә тейеш

Юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашмаһа ла, өс миллион һум түләргә тейеш 08.11.2017

Был сумманы Өфөлә йәшәүсе Марат Хәмитовҡа суд ҡарары сығарған. 2015 йылдың авгусында уның автобусына иҫерек водитель идара иткән транспорт сараһы килеп бәрелә, һөҙөмтәлә автобус ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Рено Логан» менән бәрелешә.Ҡот осҡос аварияла иномаркала ултырған водитель һәм уның 44 йәшлек пассажиры һәләк була. Яҡындарын юғалтыусылар матди компенсацияны аварияға ғәйепле кешенән генә түгел, автобус хужаһынан да талап итә.

Күҙ асып йомған арала Өфө урамдарының береһендә бер юлы өс автомобиль бәрелешә. Тәүге минуттарҙа водитель үҙенең ғәйепһеҙлеген иҫбатлап ҡарай. Әммә һөҙөмтә булмай.  Асыҡланыуынса, уның үҙен бер аҙ сәйер тотоуы ишетеү һәм һөйләшеү мөмкинлеге юҡлыҡтан ғына түгел, ә иҫерткес эсемлек ҡулланыуынан да икән. ВАЗ водителе һәм уның пассажирҙары ҡырын тейәп алған була.
Олег Грюнов, автобус водителе: «Десятка», моғайын да мине уң яҡтан уҙып китергә теләне, әммә бордюрға, аҙаҡ автобустың уң яғына килеп бәрелде. Минең транспортты ҡаршы һыҙатҡа алып ташланы.
Һөҙөмтәлә автобус такси менән бәрелешә. 28 йәшлек еңел машина водителе һәм уның 44 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Фажиғәле аварияла ғәйепләнеүсе Иван Костенков биш йыл ярымға колония режимында иркенән мәхрүм ителә. Унан такси водителе ғаиләһе миллион һум күләмендә аҡса түләүҙе талап итә. Ә иҫерек водитель юлында осраҡлы ғына юлыҡҡан автобус хужаһына компенсация күләме өс тапҡырға күберәк ҡуйылған.
Мораль зыян өсөн 4 миллион һум күләмендәге компенсацияны Марат Хәмитовтан юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған пассажир ғаиләһе талап итә. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә авария сәбәпсеһе берәү икәне асыҡланһа ла, суд автобус хужаһынан компенсация түләүҙе талап итә. Марат Хәмитов түләүҙәр күләмлен бары ете йөҙ меңгә кәметеүгә өлгәшә.
Такси водителенең тол ҡалған ҡатыны авария сәбәпсеһенән өс миллион һум күләмендә компенсация талап итә, әммә суд ҡарары уны бер миллионғаса ҡыҫҡарта. Ә был  хәлгә осраҡлы килеп тарыған Хәмитовтар үҙҙәренән  күберәк  аҡса түләтеүҙе, ғәҙелһеҙлек тип һанай.
Айҙар Килмәтов, Марат Хәмитовтың адвокаты: «Суд акттары ҡарары, шулай уҡ Калинин район суды тарафынан сығарылған хөкөм буйынса компенсация ғәйепле кешенән генә талап ителергә тейеш. Әлеге ваҡытта беҙ Башҡортостандың юғары суд президиумына ялыу әҙерләйбеҙ. Суд акттары яңынан ҡаралыр тип өмөтләнәбеҙ».
Суд ҡарарын граждандар кодексының 1079 статьяһына нигеҙләнеп ҡабул итә. Ул тирә-яҡтағылар именленгенә юғары хәүеф тыуҙырыусы эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә зыян килтереү өсөн яуаплылыҡты күҙаллай.
Әммә законда  был хәлгә ҡаршы тороу мөмкин булмаған осраҡ тураһында ла әйтелә. Ә экспертиза һөҙөмтәләре автобус водителенең башҡа барыр юлы булмауын раҫлай. Әлегә ғаилә ағзалары дәғүәләрҙең ҡаралыуын һәм судттан ғәҙел хөкөм ҡарары көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку