Юғары вольтлы трансформатор янында бәхетһеҙлек

Юғары вольтлы трансформатор янында бәхетһеҙлек 03.06.2016

Кисә Иглин районы үҙәгендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Иптәштәре менән футбол уйнап йөрөүсе Данил Колясов туп артынан трансформаторға үрмәләп менгәндә ток һуғыуҙан иҫен юғалтып йығыла. 12 йәшлек үҫмергә  күршеләре тәүге ярҙам күрһәтә.

Ата-әсәләр һәм күрше -тирә был бәхетһеҙлектән  әле лә шаңҡыу хәлендә. Александр Тимофеев күҙ йәштәрен һәм т улҡынланыуын йәшерә алмай. Уның улы ла ,токтан һуғылып ауыр йәрәхәттәр алған Данил да бер иш кейенгән була.
Уң ҡулы һәм сандыр һөйәге йәрәхәтләнгән үҫмерҙе күрше йортта йәшәүсе Эдгар һәм Левон Мартиросяндар  Иглин үҙәк дауаханаһына оҙата.Унда малайға тәүге ярҙам күрһәтелә.  Дүртенсе дәрәжә тән йәрәхттәре алған баланы Өфөнөң ун һегеҙенсе дауаханаһына оҙаталар.
Эдгар Мартирасян, бәләгә тарыусы үҫмергә беренсе ярҙам күрһәтеүсе: «Был хәл күҙ асып йомған арала булды. Ихатала инем, ҡапыл шартлау тауышы ишетелгәнгә атылып сыҡтым. Менмә тип әйтергә лә өлгөрмәнем ,үҫмер аңын юғалтып ергә ҡоланы. Ҡаһыраған баланы ихатаға алып индек, битенә һалҡын һыу бөрккәс ул аңына килде, ҡустым менән машинала баланы дауаханаға илттек».
Ашығыс ярҙам килеп өлгөргәнсе үҫмер Иглин дауаханаһы  врачтары ҡулына тапшырыла. Йәйге каникулдарҙың башынан уҡ бындай бәхетһеҙлек булырын  бер кем дә көтмәй.¤
Эля Асатрян, фажиғә шаһиты: «Был урын мотлаҡ кәртәләнеп алынырға тейеш. Үҫмер бик йәл. Ул йәшен тиҙлегендә тотҡаларға тотоноп трансформаторға менеп китте. Хәҙер ни өсөн тип уфтанабыҙ, фажиғәне булдырмау мөмкин ине бит. Бында бала-саға күп ,уларға махсус уйын майҙансығы кәрәк».
Фажиғәнең шаһиттары һәм Данил Колесов менән бергә футбол уйнаусы балаларҙың  ата-әсәләре тыныслығын юғалтҡан. Уларҙың балалары ла төнө буйы насар төштәр күреп һаташып сыҡҡан.. Йыш ҡына малдарын ҡаршы алырға килеүсе өлкәндәр  уның нигеҙенә килеп  ғәпләшеп ултырған. Бында иҫкәтртеү билдәләре булыуына ҡарамай,бала-саға трансформатор стенаһын таҡта урынына ҡулланған. Өлкәндәр үҙҙере лә уның янына яҡын килеп насар өлгө күрһәткән булып сыға бит.
Данил Колесов уҡыған Иглин ҡасабаһының өсөнсө мәктәбе уҡытыусыларына ла  был бәхетһеҙлек аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәъҫир иткән.
Иглин ҡасабаһында бер генә трансформатор кәртәле, ҡалғандары - киоск тибында. Уларҙы  ҡулланыу хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап киләме. Ни өсөн газ ҡорамалдары кәртәләнә һәм ныҡлы һаҡ аҫтында ,ә  юғары вольлы электр уты трансформаторына  үҫмер бала еңел генә менеп ауыр йәрәхәттәр ала.
Әлеге ваҡытта ун мең вольт токтан  ауыр йәрәхәттәр алыусы үҫмерҙең ғүмере өсөн баш ҡала табиптары көрәшә. У ике операция эшләнгән һәм үҫмер ренанимацияла тип хәбәр иттеләр беҙгә ун һигеҙенсе дауаханан.
Йәйге каникулдарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алыусы балаларҙы хәүеф-хәтәр аҙым һайын аңдып тора. Шуға күрә  балаларының ҡайҙа уйнауҙарын,кемдәр менән аралашыуҙарын ата-әсәләр күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш.Электр  селтәрҙәре хәүефһеҙлеге өсөн  биреүселәр иңенән дә яуаплылыҡ төшмәй. Юғары вольлы трансформаторҙар кеше ғүмерҙәрен өҙмәһен өсөн газүткәргестәрҙәге кеүек  кәртәләп,биктәр ҡуйып хәүефһеҙлек сараларын күрергә ваҡыттыр, ниңә уның өсөн балалар менән бәхетһеҙлек осрағын көтөргә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика