Ярты миллион һумлыҡ ҡеүәтле мотоцикл менән хужаһы дүрт көн генә ҡулланып өлгөрә

Ярты миллион һумлыҡ ҡеүәтле мотоцикл менән хужаһы дүрт көн генә ҡулланып өлгөрә 19.09.2016

Был транспорт менән идара итеүсе 28 йәшлек ир Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү  идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.

Билдәле булыуынса, ул үҙенең 20 йәшлек дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән Өфө һәм Туймазы ҡалаларында тилерткес матдәләр һатыуҙа һәм таратыуҙа ғәйепләнә. Һамар өлкәһенән килеүселәр был законһыҙ эшмәкәрлекте бер йыл тирәһе алып барған. Тикшереү барышында улар үҙ ғәйебен таный. Енәйәтсел төркөм клиенттары менән интернет аша бәйләнешкә сығып, ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшкән. Хоҡуҡ һағындағылар «ағыу» таратыусыларҙың фатирында ҙур күләмдә наркотик һәм үлсәп төрөү өсөн материалдар таба. Ғәйепләнеүселәр 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Владислав Ситдиҡов, Башҡортостан буйынса ээм-ның наркотиктар әйләнешен күҙәтеү идаралығы етәксеһе: «Тикшереү барышында  оператив хеҙмәткәрҙәр тарафынан законһыҙ әйләнештән өс килограммдан ашыу  наркотик тартып алына. Бынан тыш, фатирҙа енәйәтсел төркөм эшмәкәрлегендә ҡулланылған кеҫә телефондары, ноутбуктар табыла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку