Яңауылда алты йәшлек бала өҫтөнә мәктәп ҡапҡаһы ҡолаған 23.05.2016

Бәхетһеҙ осраҡ  кисә кис теркәлә. Әле табиптар башы йәрәхәтләнгән малайҙың ғүмере өсөн көрәшә. Районға Өфөнән нейрохирургтар бригадаһы ла барған. Бала ныҡ ауыр хәлдә.

Роберт Мәрҙәнов, табип-хирург: «Ашығыс рәүештә Республика клиник дауаханаһынан нейрохирург, реаниматолог-анестезиолог саҡырттыҡ. Балаға операция яһалды».
Күңелһеҙ хәлгә малай  мәктәп-интернат биләмәһендә тарый. Шаһиттар әйтеүенсә, тимер ҡапҡа уға уйнап үрмәләгән саҡта ҡолай. Әле район мәғариф идаралығы эргәһендә махсус комиссия төҙөлгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Бынан тыш, бөтә мәктәптәр, интернаттар, балалар баҡсаларында тикшереү эштәре ойоштороу ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика