Яңауыл районы Истәк һәм Ахтиял ауылдары араһында Ҡаймаш йылғаһына  бөгөн нефть түгелеүе тураһында билдәле булды 14.04.2017

Әле уның күләме иҫәпләнә. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәреенә урындағы нефть табыу һәм сығарыу идаралығынан  40 берәмек техника, 80 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. ҺТүгелгән нефттең таралыуына ҡаршы тороу өсөн кәртә ҡуйылған.

Осраҡ буйынса «Башнефть» акционерҙар йәмғиәте лә рәсми аңлатма бирҙе: «Краснохолм ятҡылығындағы торбаүткәргес сафтан сыҡҡан урында тирә-яҡ мөхиткә зыян кимәлен кәметеү буйынса комплекслы саралар күрелә. Нефтле шыйыҡса яҡынса 50 квадрат метрға таралған. Ул оператив рәүештә уратып алынған. Әле экологик мониторинг дауам итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика