Уйындан - уймаҡ

Уйындан - уймаҡ 23.07.2014

Өфө районында 14 йәшлек үҫмер юғары вольтлы электр бағанаһына үрмәләгәндә, токтан һуғыла. Һөҙөмтәлә ул реанимацияға эләгә.

Табиптар билдәләүенсә, бейеклек яратаусы үҫмерҙең тәне 60 процентҡа бешкән, әле уның хәле ауыр. Асыҡланыуынса егеттәр, экстрим эҙләгән. Улар паркур менән шөғөлләнгән. Электр бағанаһына ла улар тап ҡандарын ҡыҙҙырыу өсөн үрмәләгән, ләкин был аҙымдлары аяныслы тамамланған. Был егеттәр юғары вольтлы бағананың хәүефле булыуы тураһында уйлап та бирмәгән, күрәһең. Егеттәр экстрим эҙләп, 9 метрлыҡ бейеклеккә үрмәләй. Күп тә үтмәй улар был ҡылыҡтарына үкенә лә башлай. Юғарыла егеттәр бер сәғәт самаһы була. Мажара аяныслы тамамлана. Көтмәгәндә уларҙың берәһен тоҡ һуға. 14 йәшлек үҫмер ергә осоп төшөп, ауыр йәрәхәтләнә. Евгений Шаһивәлиев, 18-се дауахана табибы: «Үҫмерҙе 20 июндә беҙҙең дауаханаға ауыр тән йәрәхәттәре менән эләкте. Уның ҡабырғалары һынған, баш мейеһе һелкенгән. Беренсе көндә үк операция эшләнек. Үҫмер әле ауыр хәлдә, реанимация бүлегендә ята». Үҫмерҙәрҙең күбеһе паркурҙы шәп шөғөл тип баһалай. Әлбиттә, сәләмәтлегеңә һәм яҡындарыңа зыян килтермәһәң. Ләкин үҫмерҙәр йыш ҡына тиҫтерҙәре араһында абруй яулау өсөн хеүефте иғтибарға алмай, тигән фекерҙә психологтар. Был уларҙың ҡылыҡтарында ла сағыла. Кемдәрҙер 9-сы ҡаттан һикерә, бәғзеләр бейек ҡоймаларға үрләй. Өфө егеттәре юғары вольтлы электр бағанаһына менгән. Игорь Байрамов, баш инженер: «Юғары вольтлы бағанала электр утының көсө 120 вольт. Был 50 розеткаға тиң. Ә бейектә, элекр селтәренән ток бер нисә метр йыраҡлыҡтан һуға, шуға ла электр селтәрҙәренән һаҡ булырға кәрәк. Уларға яҡын барыу хәүефле, йыш ҡына үлемесле була». Электр селтәренән йыл һайын алты меңдән ашыу кеше һәләк була. Уларҙың күбеһе - балалар. Был ваҡиғала бер кемде лә ғәйепләп булмай. Ата-әсәһе тиһәң, үҫмер бәләкәс бала түгел, электриктарға килгәндә, участкала хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тулыһынса үтәлгән булған. Ә видеояҙмалағы комментарийҙарҙы тыңлағанда, күрәһең, үҫмерҙәргә адреналиндарын сығарырға кәрәк булған. Бындай фажиғәле ваҡиғалар булмаһын өсөн, бәлки, ҡалаларҙа паркур өсөн махсус майҙансыҡтар булдырырға кәрәктер.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика