Ҡуянды кем ашаған?

Ҡуянды кем ашаған? 12.05.2017

Өфөнөң Дим биҫтәһе эргәһендәге «Юлсы» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәрҙең йорт ҡуяндарына һәм тауыҡтарға билдәһеҙ йәнлек һөжүм иткән.  Йыртҡыс йорт ҡуяндарының ояларын емереп инеп 16 ҡуянды, 6 тауыҡты  һәләк иткән. Ваҡиға төндә булған, хужалары әйтеүенсә, эттәр өрмәгән. Ояла  уның йөндәре йәбешеп ҡалған, теш  һәм тәпәй эҙҙәре  лә бар.

Әтәстә теш эҙҙәре бар, ҡаурыйҙары йолҡҡосланған. 11 май төнөндә  тауыҡ кетәгенә билдәһеҙ йәнлек төшкән. Хужабикә әйтеүенсә, ул ҡураға йорт ҡоштары үтеп сығып йөрөһөн өсөн ҡалдырылған асыҡ ерҙән ингән. Йәнлек  алты тауыҡты ҡырған. Ике әтәс менән бер тауыҡ ҡына  ҡалған.
Йәнлек күршеләге йорт ҡуяндарына ла һөжүм иткән.  Ул иртәлә шешҡолаҡтарҙы аҫыраусылар сәйер күренешкә тап була. Ҡуяндарҙа теш эҙҙәре күренмәй, ҡан таптары ла  юҡ.  
Урындағыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, баҡсасылыҡ ширҡәтендә ошо уҡ хәл бер нисә йыл элек тә булған. Ул ваҡытта  ла  йәнлек тауыҡтарҙы тамаҡлаған. Урамға сығыу ҡурҡыныс, ти улар. Йыртҡыс төндә килгән, эттәр өрмәгән.
Билдәһеҙ йән эйәһенең һарайға инеп ҡош-ҡортто ҡырыу осраҡтары республикала тәүгә генә күҙәтелмәй.  Урындағы ветеринария хеҙмәте хәлде асыҡлау өсөн анализдар алған. Зоологтар иҫбатлауынса, был бер ниндәй ҙә мистик хайуан түгел.
Cергей Герасимов, зоолог: «Бөтә билдәләре буйынса ҡуян-тауыҡтарҙың башына етеүсе йәнлек төлкө булырға тейеш. Ҙур ҡалалар эргәһендә ҡылый күҙҙәрҙең  йәшәүе ғәҙәти хәл. Әлеге мәлдә ата төлкөләр емлек эҙләп һунарға сыға. Уларҙың кешеләр йәшәгән ергә барыуы ла ихтимал».
Ике шешҡолаҡты төлкө баҡсаға күмеп киткән. Был да «Юлсы» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр  күңеленә шом һалған, сөнки йыртҡыстың тағы ла килеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку