Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында ғәҙәттән тыш хәл

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында ғәҙәттән тыш хәл 27.05.2016

Бөгөн унда бер кеше янъял ҡуптара, атыш сығара. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, енәйәтсе төшкө аш мәлендә комбинат биләмәләренә үтергә тырыша, һаҡсыларҙың береһен йәрәхәтләй. Килеп еткән ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте төркөмө уны ҡоралһыҙландыра, бының өсөн табель ҡоралын ҡулланырға мәжбүр булалар. Йәрәхәтләнгән һаҡсы менән енәйәтсе икеһе лә дауаханаға оҙатыла. Ҡораллы енәйәтсе үтеп ингәндән һуң комбинат корпусында башланған янғынды ла һүндергәндәр. Ваҡиға урынында оператив тәфтиш төркөмө эшләй, тикшереү бара тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку