Учалы тау байыҡтырыу комбинаты бинаһына ут төртөүселәр етешәр йылға иркенән мәхрүм ителде

Учалы тау байыҡтырыу комбинаты бинаһына ут төртөүселәр етешәр йылға иркенән мәхрүм ителде 18.10.2017

Волга буйы федераль округы хәрби суды шундай ҡарар сығарҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ 2016 йылдың май аҙағында енәйәтсе комбинат биләмәһенә үтеп пневматик мылтыҡтан ҡарауылсыларҙың береһен яраланы.Уны зарарһыҙландырыу өсөн  ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәренә табель ҡоралын ҡулланырға тура килә.

Уның йортонда тентеү барышында  ҡорал, шартлатҡыс, наркотик матдәләр һәм экстремист әҙәбиәт табыла. Тәфтишселәр уның әшнәләренең эҙенә лә төшә. Улар интернет аша законһыҙ ҡораллы ойошмалар, шул иҫәптән Рәсәйҙә тыйылған "Ислам дәүләте" террор төркөмө менән дә бәйләнеш тотҡан булыуы асыҡлана.
Ғәйепләнеүселәр хөкөм ҡарарына дәғүә белдереүе сәбәпле әле ул законлы көсөнә инмәгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку