Учалы районында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Учалы районында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды 27.03.2017

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә төбәктә йөк поездары бәрелешеүе һөҙөмтәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Тағы ла бер кеше дауаханаға оҙатылды. Тимер юл составтары урындағы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡараған. Уларҙың береһендә вагондар буш, икенсеһе мәғдән һәм яғыулыҡ-майлау материалдары тейәгән булған. Белгестәр матди зыян күләмен миллиондарса һум менән баһалай. Сөнки вагондарҙан тыш, ремонт бригадаһына 30 метр самаһы тимер юлын төҙөкләндеререү талап ителә.

Ғәҙәттән тыш хәл тап ошо урында теркәлә. Предприятие яғынан таш күмер һәм дизель яғыулығы тейәгән, икенсеһе карьер яғынан ҡайтып килгән буш тауар поезы ҡапма-ҡаршы хәрәкәт иткәндә бәрелешә. Ике состав та Учалы тау-байыҡтырыу комбинатыныҡы. Авария һөҙөмтәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө, берәүһе ҡала дауаханаһында.
Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, тауар поездары ҡәҙимге тиҙлектә хәрәкәт итә. Тимер юлында ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булыуын улар күрмәгән, бер-береһен аңғармаған.
Локомотивтарҙың бәрелеүе һөҙөмтәһендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының тимер юлы цехында эшләүсе 4 хеҙмәткәрҙәр һәләк булды. Иң йәше 1996 йылғы. Ул бынан бер ай элек кенә предприятиеға эшкә төшкән булған. Тағы берәүһе ҡала дауаханаһының травматология бүлегенә урынлаштырылған. 49 йәшлек ир беҙҙең ижади төркөм менән һөйләшеүҙән тартынды. Табиптар пациенттың аҙна-ун көндән сығасағын күҙҙаллай.
Тимер юл аварияһына нимә сәбәпсе булыуы әлегә аныҡ ҡына билдәһеҙ Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса фажиғә юл хәрәкәте хәүефһелеге ҡағиҙәләрен инҡар итеү һәм тимер юл транспортын файҙаланыу өсөн яуап биреүсеһенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан.
Әйткәндәй, тауар поезы вагондары тулыһынса тиерлек таш күмер һәм ике цистерна дизель яғыулығы тейәлгән булған. Бәрелеш ваҡытында локомотив һәм нефть продукттарын тейәгән вагон түңкәрелә. Ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 20 берәмек техника һәм алты тиҫтәләп шәхси состав ҡатнаша. Янғын, унан бигерәк шартлау булмаһын өсөн эш төндә лә тынмай. Сөнки ваҡиға теркәлгән урында билдәле булыуынса газ торбалары ла үтә. Көн дауамында яғыулыҡ түгелгән урын ҡырсынташ менән тигеҙләнде. Ниндәй ҙә булһа тәбиғәткә, урында йәшәүселәргә хәүеф тыуҙырмаясаҡ, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку