Һуңғы көндәрҙә юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы һөҙөмтәһендә республикала авариялар һаны  артты 16.02.2015

Ошондай фажиғәләрҙең береһе бөгөн иртән Өфөнөң Дим юлында теркәлде.  Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «Сан-Йонг Рекстон» автомобиленә идара итеүсе 33 йәшлек ҡатын ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Шкода Октавия» менән  бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә  Чехияла сыҡҡан автомобиль хужаһы үлемесле яра ала, ә  икенсе водителгә медицина ярҙамы талап ителә.  

Шәмбе Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлдө. 22 йәшлек «Daewoo Nexia» водителе идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршыға килеүсе  «Газель» йөк фургоны менән бәрелешә. Ҡот осҡос аварияла иномаркала ултырған ике пассажирҙың ғүмере өҙөлә. Тағы ла бер кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.  
Өфөлә «Нефаз» ҡатнашлығында тағы ла бер авария теркәлде. Интернерҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйлап юғары тиҙлектә барыусы  «Chevrolet Cruze» автомобиле  ҡаршыға килеүсе  автобусҡа төкөлә.  Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, водителдең иҫерек булыуы ихтимал. Еңел автомобиль пассажиры аҡ халатлыларға мөрәжәғәт итә.  Дөйөм алғанда, уҙған ял көндәрҙә республикала 15 юл-трансорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 23 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика