Уҙған йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә республикала 32 авария теркәлгән, уларҙа 7 кеше һәләк булған,  42-һе йәрәхәтләнгән 21.12.2015

Йома иртән Өфө-Иглин юлының 7-се километрында 56 йәшлек водитель ВАЗ автомобилендә юлды тәғәйенләнмәгән урында сығып барыусы ҡатынды тапай. Йәйәүле ваҡиға урынында һәләк була.    

Шәмбе иртән Һамар -Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1521-се километрында «Газель» фургонының  56 йәшлек водителе, юғары тиҙлектә юл һыҙатында  торған  ярым тағылмалы йөк машинаһына барып бәрелә. Аварияла «Газель» водителе менән уның 31 йәшлек улының ғүмере өҙөлә, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Ошо уҡ көндө бер сәғәт самаһы ваҡыттан һуң Краснохолмский -Нефтекама автомобиль юлының Ҡалтасы районына ҡараған өлөшөндә ҡатын-ҡыҙ идара иткән 10-сы модель автомобиль  ҡаршы юлдағы БМВ-ға бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә Рәсәй машинаһының 26 йәшлек пассажиры вафат була. Водитель үҙе, шулай уҡ БМВ-ның ике пассажиры ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Дөйөм алғанда, өс көн эсендә юл инспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле, 9 меңгә яҡын осраҡ теркәгән. 294 водителдең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Был ҡылығы өсөн икенсе тапҡыр тотолоусы 17 кеше яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика