Уҙған йома Өфөнөң Сельская Богородская урамында юл аша сығып барған 11 йәшлек малайҙы автомобиль бәрҙереп китә

Уҙған йома Өфөнөң Сельская Богородская урамында юл аша сығып барған 11 йәшлек малайҙы автомобиль бәрҙереп китә 21.08.2017

Билдәле булыуынса, бала һаман реанимацияла комала ята, баш мейеһе зыян күргән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла юл транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәүле ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының мәғлүмәттәре ҡыуандырмай, быйыл йәй йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар һаны артҡан.

Светофорҙың йәшел төҫө янғас та, 11 йәшлек малай юлды йүгереп сығырға була. Әммә һул яҡтан килгән еңел автомобилде генә абайламай ҡала. Видеояҙмала күренеүенсә, юғары тиҙлектә килгән машина баланы бәрҙереп китә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡаршы килеүсе водитель ваҡиға урынынан ҡасмай, ярҙамға йүгерә. Тик Марсель ғына  ул ваҡытта иҫен юғалтҡан була, күп тә үтмәй тиҙ ярҙам машинаһында уны дауаханаға оҙаталар.
Дмитрий Кузнецов, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының табип-травматологы: «Әлегә бала реанимацияла  комала ята. Хәле ауыр.  Алдан күҙаллап булмай.. Сөнки күп тән йәрәхәттәре алған. Баш һөйәге, мейеһе имгәнгән».
Малайҙың әсәһе был ҡайғылы яңылыҡты күтәрә алмай,  хәҙер үҙе лә медицина ярҙамына мохтаж. Шулай ҙа атаһы һәм өләсәһе көслө булырға тырыша, дауаханала улар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. Улдары аяҡҡа баҫыр тип өмөттәрен өҙмәйҙәр. Әйткәндәй, Марсель быйыл 5-се синыфҡа уҡырға барырға тейеш була. Мәктәпкә әҙерләнеп, яңы кейем, уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып алыуға ҡыуанып йөрөгән сағында уны машина бәрҙереп китә.
Билдәле булыуынса, водителгә 41 йәш. Марселдең яҡындары ғәйеплене яуаплылыҡҡа тарттырып, ғәҙеллек урынлаштырыу яҡлы.
Уҙған ете ай һөҙөмтәләрендә республика юлдарында бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 231 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Уларҙың 104 осрағында балалар юл аша йәйәү сығып барған була.
Июль аҙағында Дәүләкән ҡалаһында йөк машинаһы дүрт йәшлек баланы тапап китә, сабый шунда уҡ һәләк була. Шулай уҡ Өфө-Ырымбур трассаһының 39 саҡрымында ла ваз автомобиле юл ситенән атлап килгән йәйәүлеләр өҫтөнә менә. Билдәле буылыунса, Филлиповтар ғаиләһе өйҙәренә ҡайтыу яғына атлаған була. Һөҙөмтәлә ата-әсә һәм ике балаһы төрлө тән йәрәхәттәре ала. Бигерәк тә, кескәйҙәр зыян күрә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йыл менән сағыштырғанда, юлда балаларҙың үлем осраҡтары артҡан.
Уҙған шәмбе Иглин ауылында велосипедта хәрәкәт иткән 14 йәшлек үҫмер автомобилгә бәрелә. Машинаның хатта быялаһы сатнай. Бәхеткә, малай иҫән ҡала. Бер нимә булмағандай юлын дауам итә. Статистика күрһәтеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күргән балаларҙың яртыһы мәктәп уҡыусылары. Күп осраҡта авария барлыҡҡа килеүгә үҙҙәре үк ғәйепле. Юл инпескторҙары водителдәрҙе лә иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Юғары тиҙлек, иҫерек килеш рулгә ултырыу аяныслы тамамланыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку