Уҙған ял көндәрендә республика юлдарында теркәлгән аварияларҙа ете кешенең ғүмере өҙөлдө

Уҙған ял көндәрендә республика юлдарында теркәлгән аварияларҙа ете кешенең ғүмере өҙөлдө  29.09.2014

Тағы ла 37 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды.

 Октябрьский ҡалаһында теркәлгән авария фажиғәле тамамлана. Шаһиттар әйтеүенсә, Toyota автомобиленә спидвей буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Эдуард Шәйхуллин идара иткән булған. Туҡай урамындағы боролошта ул идара итеү һәләтен юғалтып гаражға һәм ВАЗ автомобиленә төкөлә. Авария һөҙөмтәһендә иномаркалағы ике кеше һәләк була, водитель һәм тағы ла бер пассажир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.

Шәмбе Өфө - Яңауыл юлының 41 километрында «Приора» менән 7-се модель ВАЗ автомобилдәре бәрелешә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәлә беренсе транспорт водителе ғәйепле булыуы ихтимал. Сөнки 24 йәшлек егет идара иткән автомобиль ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Авария һөҙөмтәһендә пенсия йәшендәге «Жигули» хужаһы ваҡиға урынында һәләк була, ә «Приора» водителе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалынған. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку