Уҙған ял көндәрендә республика юлдарында ике үлемесле авария теркәлгән

Уҙған ял көндәрендә республика юлдарында ике үлемесле авария теркәлгән 15.05.2017

Кисә киске сәғәт алтыларҙа Һамар-Өфө-Силәбе юлының 1 мең 324 саҡрымында Туймазы районында йәшәүсе 53 йәшлек ир «Фольксваген поло» автомобилендә Һарытау өлкәһенән юл тотоусы «Вольво» йөк машинаһына юл бирмәй. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында һәләк була.

Йәкшәмбе Бәләбәй районында ла үлемесле авария теркәлә. Мәтәүбаш-Аҡбасар юлының өсөнсө саҡрымында 12 модель «ВАЗ» автомобиле водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан ситкә оса. Водителдең ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә, мөғжизә менән генә уның ике пассажиры 11 һәм 14 йәштәге ҡыҙҙар иҫән ҡала. Шулай уҡ уҙған тәүлек эсендә дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ике мең ете йөҙҙән ашыу юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән 95 автоһәүәҫкәр рулгә  эскән килеш ултырыуы асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку