Уҙған ял көндәрендә республика юлдарында ете кешенең ғүмере өҙөлдө 10.08.2015

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, барлығы 33 етди авария теркәлә.

40 кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала. Аварияларға башлыса, тиҙлекте арттырып идара итеү  һәләтен юғалтыу сәбәпсе тип билдәләнгән. Сибайҙа мәҫәлән, 21 йәшлек водитель ағасҡа бәрелеп  һәләк була. Ошоға оҡшаш һәләкәт Стәрлетамаҡта ла теркәлә. 36 йәшлек ир электр бағанаһына барып инә. Ир ваҡиға урынында һәләк була, пассажир дауаханаға оҙатыла. Ә бына Туймазы районында теркәлгән юл фажиғәһендә 3 йәшлек баланың ғүмере өҙөлә.
Осраҡ буйынса әле тикшереү башланған. Транспорт сараһының техник талаптарға яуап бирмәгәнлеге асыҡланған осраҡта йөк автомобиле водителе яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика