Уҙған ял көндәрендә республика юлдарында 35 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән 07.07.2014

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ял көндәрендә республика юлдарында 35 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, ете кеше һәләк булған, 44-е йәрәхәтләнгән.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ял көндәрендә республика юлдарында 35 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, ете кеше һәләк булған, 44-е йәрәхәтләнгән.

Йәкшәмбе көн Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 66-сы километрында 34 йәшлек водитель идара иткән «Форд-фокус» автомобиле түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 16 йәшлек студент ҡыҙ менән уның 44 йәшлек апаһының ғүмере өҙөлә. Һуңғыһының ҡыҙы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Оператив мөғлүмәттәр буйынса, пассажирҙар автомобилгә авариянан бер-нисә минут элек кенә, юлда ултырып алған. Улар хәүефһеҙлек ҡайыштарын да беркетмәгән. Авария ваҡытында улар тәҙрәнән сығып осҡан. Фажиғәле хәлде иҫәпкә алып, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе тиҙлем режимын боҙмаҫҡа, юл йөроөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм руль артына эскән килеш ултырмаҫҡа саҡыра.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика