Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 24 янғын осрағы теркәлгән, уларҙың етәүһе – Өфөлә

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 24 янғын осрағы теркәлгән, уларҙың етәүһе – Өфөлә 14.12.2015

Йәкшәмбе дүрт автомобиль янған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусылар юҡ. Ут сығыуҙың төп сәбәптәренең береһе – транспорт сараһы механизмдарының боҙоҡлоғонда тип фаразлана.  

Благовещен ҡалаһында Форд Фокус автомобиле янып китеүен үтеп барыусылар күреп, дежур часҡа шылтырата һәм утты үҙаллы һүндерә башлай. Уларҙың ярҙамы менән янғын тиҙ арала һүндерелә, әллә ни ҙур матди зыян күрелмәй. Баш ҡаланың Совет районында ГАЗ-32213 автомобиле яна. Ҡыҙыл әтәс менән көрәшкә 2-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Уттан автомобилдең моторы зыян күрә.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика