Уҙған төндә Республика юлдарында иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса сираттағы рейд үтте

Уҙған төндә Республика юлдарында иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса сираттағы рейд үтте 27.07.2015

Һөҙөмтәләре бер ҙә шатландырмай -180-дән ашыу эсеп алған юл хәрәкәте ҡатнашсыһы, уларҙың 12-һе икенсегә тотола. Рейд сиктәрендә инспекторҙар юлдағы бөтә автомобилдәрҙе туҡтатҡан. Бындай сара Республиканың 7 районында ойошторолған.

Сираттағы "асфальт геройы" артынан инспекторҙарға оҙаҡ ҡына ҡыуаларға тура килә. Ләкин тотолғас та водитель бер ҙә тынысланырға теләмәй. Инспекторҙарға ҡаршылыҡ күрһәтә, көрәшә башлай.

Водитель медик тикшереү үтеүҙән баш тарта, ә был үҙеңде эскән тип таныуға тиң. Үҙен Вадим тип танытҡан  ирҙең былай ҡыланыуы юҡҡа түгел  икән. Уға ай башында ҡабаттан эскән килеш транспорт сараһы менән идара итеү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бөгөн ул өсөнсөгә тотолдо.  Бәлки бер нисә йылға иркенән мәхрүм ителгәс ул башҡаса былай ҡыланмаҫ.

Автомобилдәр штраф туҡталҡаһына, хужалары полиция бүлегенә. Баш ҡалала тотолған башҡа иҫерек водителдәр үҙҙәрен тынысыраҡ тотто. Быға ҡарамаҫтан статистика борсоуға һала. Бөтә ҡурҡыныс аварияларға, өҙөлгән кеше ғүмерҙәренә ҡарамаҫтан халыҡ ябай хәҡиҡәтте аңларға теләмәй-эстең икән, руль тураһында онот. Даими ойошторолған рейдтарҙың да маҡсаты ошо-юлдарҙы хәүефһеҙерәк итеү.     

Рейдтың башҡа һөҙөмтәләренә килгәндә, Өфө районында 11, Кушнаренко, Шишмә һәм Благоварҙа алтышар, Саҡмағошта 4, Иглинда 2 иҫерек водитель тотолған. Уларҙың бөтәһенә лә 30 мең һум штраф һәм ике йылғаса водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡағыу янай. Ә инде ошо уҡ хоҡуҡты икенсегә боҙоусыға ике йылға иркенән мәхрүм ителеү янай йәки 300 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.  

Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку