Уҙған төндә М5 трассаһында «Өфө-Силәбе» маршруты буйынса хәрәкәт итеүсе экскурсия автобусы янған 07.01.2016

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Силәбе өлкәһе буйынса баш идаралығы хәбәр итә.  

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, салондан 52 кеше, шул иҫәптән бер бала эвакуацияланған. Улар ваҡытлыса Златоуст янындағы кафеларҙың береһенә урынлаштырылған. Бәхеткә күрә, ҡорбандар һәм зыян күреүселәр теркәлмәгән. Утты һүндереүгә биш берәмек техника, 17 ҡотҡарыусы йәлеп ителгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика