Уҙған тәүлектә республика юлдарында теркәлгән 17 аварияла  4 кешенең ғүмере өҙөлдө 19.12.2016

Стәрлебаш районында «Дэу Эсперо» менән 14-се модель «ВАЗ» автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике водитель һәләк булған. Иглин һәм Белорет райондарында ла үлемесле авариялар теркәлде.

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында Хендай Солярис водителе идара итеү һәләтен юғалтып трассанан төшөп китә. Ваҡиға шаһиттары үтеп барыусы Ниваны туҡтатып иномарканы һөйрәп сығара. Әммә ҡазаға тарыған транспорт хужаһының эскән килеш руль артына ултырыуы асыҡлана. Ваҡиға урынына юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары саҡыртыла.
Көндәр боҙолоп тороуы сәбәпле бөгөн Өфө-Аэропорт юлында автомобилдәр тығыны хасил булды. ИКЕЯ магазины тапҡырында бер юлы өс транспорт сараһының бәрелешеүе хәлдең  тағы ла ҡатмарлашыуына килтерҙе. Бәхеткә күрә,ҡорбандар һәм йәрәхтләнеүселәр теркәлмәгән. Ә бына М5 трассаһында бәрелешкән ике йөк автомобиле водителдәренә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгән. Авария мәле видеокүҙәтеү ҡоролмаһына эләккән. БашДТП төркөмө ҡулланыусылары ҡазаға тарыусыларҙың ауыр хәлдә булыуын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика