Уҙған тәүлектә республика юлдарында өс кешенең ғүмере өҙөлдө

Уҙған тәүлектә республика юлдарында өс кешенең ғүмере өҙөлдө 12.01.2017

Өфө - Шаҡша юлында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында «Лада Гранта» автомобиле ҡаршы юлға сығып «Камаз»ға  бәрелә. һөҙөмтәлә еңел машина водителе һәләк була.

Борай - Иҫке Балтас юлында  «Тойота Спринтер» ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Лада Гранта»ға килеп төкәлә. Нефтекаманан 60 йәшлек ир ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә, әммә табиптар уның ғүмерен ҡотҡара алмай. Ауырғазы районында ла бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Иномаркала ултырған 18 йәшлек водитель йәйәүлене тапай. 19 йәшлек ҡыҙ шунда уҡ һәләк була. Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку