Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ авария теркәлгән, уларҙа 14 кеше йәрәхәтләнгән

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ авария теркәлгән, уларҙа 14 кеше йәрәхәтләнгән 04.02.2016

Өфө-Ырымбур трассаһының Ауырғазы районындағы өлөшөндә ВАЗ һәм  «Форд Фьюжн» автомобилдәре бәрелешкән.

Күҙалланыуынса, ҡатмарлы һауа шарттарында ҡаршы юлға  идара итеү һәләтен юғалтып тәүге автомобилдең 49 йәшлек водителе сыҡҡан. Водитель үҙе һәм эргәһендә ултырған пассажиры дауаханаға урынлаштырылған. Тәүлек дауамында инспекторҙар руль артына эскән килеш ултырған 68 водителде тотҡан. Юл-урам селтәрен хеҙмәтләндереүҙәге етешһеҙлектәр өсөн 29 вазифалы кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. Һауа торошо һәм юл шарттары бөгөн дә күпселек төбәктәрҙә үҙгәрешһеҙ ҡала. Ошоно иҫәпкә алып, дәүләт автоинспекцияһы юлда һаҡ булырға кәңәш итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку