Уған тәүлектә республика биләмәләрендә 14 янғын теркәлгән

Уған тәүлектә республика биләмәләрендә 14 янғын теркәлгән 02.08.2016

Утты һүндереүгә 79 хеҙмәткәр һәм 32 берәмек техника йәлеп ителгән. Октябрьский ҡалаһында сыҡҡан ике янғынға йәшен сәбәпсе булған.

Киске һигеҙҙәр тирәһендә ҡаланың Матросов урамында ағас һарай янып китә. Янғын һүндереүселәр уттың артабан таралыуына юл ҡуймай, һарай үҙе тулыһынса янып бөтә.  Ошо уҡ ваҡыт арауығында Кортунов урамындағы 5 ҡатлы йорт фатирында сыҡҡан янғын сәбәптәрен дә белгестәр электр сымында йәшен арҡаһында килеп тыуған юғары көсөргәнешкә бәйләй. Ваҡиға урынында  фатир эсендәге һыуытҡыс һәм аш бүлмәһе йыһаздары яныуы асыҡлана. Янғын 1 минут эсендә һүндерелә. Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хәүефһеҙлек сараларын алдан күрергә кәңәш итә. Билдәләнеүенсә, йәшен үткәргестәр ҡуйыу бәләнән һаҡланыуҙың төп ысулдарының береһе булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика