Баймаҡ районында 34 йәшлек водитель «Дэу Матиз» автомобиленә идара итеү һәләтен юғалтып юлдан төшөп китә

Баймаҡ районында 34 йәшлек водитель «Дэу Матиз» автомобиленә идара итеү һәләтен юғалтып юлдан төшөп китә 13.11.2017

Авария һөҙөмтәһендә руль артындағы ир һәм уның 54 йәшлек пассажиры үлемесле яралана.  

Тағы ла бер фажиғә Ишембай ҡалаһында теркәлә. 9-сы модель «ВАЗ» хужаһы юл ситенән барыусы йәйәүленә берҙерәп ҡаса. 58 йәшлек ир алынған йәрәхәттәрҙә йән бирә. Тикшереүҙәр барышында полиция хеҙмәткәрҙәре 27 йәшлек водитель ҡулға алған.
Дөйөм алғанда, уҙған аҙнала республика юлдарында 53 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Уларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлә, алтмыш дүрте төрлө тән-йәрәхәттәре ала. Аҙна дауамында юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан  юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле  20 меңләп осраҡ асыҡланған.  402 водитель руль артында эскән килеш тотолған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку