Туймазыла йәшәүсе 37 йәшлек ир суд ултырышына шприцҡа тултырылған һоро шыйыҡса һәм һауытта  иретмә алып инергә маташа 07.04.2016

Үҙенең фотоһүрәте йәбештерелгән икенсе кеше исеменә таныҡлыҡ күрһәтә. Әммә суд приставтары ирҙе суд бинаһы алдында туҡтата. Уны тентегән ваҡытта суд приставтары аҡ шыйыҡса менән икенсе һауытҡа  ла юлыға.

37 йәшлек ир судҡа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше эше буйынса яуапҡа тарттырылыусы булараҡ саҡырылған. Ирҙе шунда уҡ суд приставтары туҡтатып, полиция нарядын саҡырта. Әле тикшереү эштәре бара. Рәсәй Суд приставтары хеҙмәтенең  Башҡортостан буйынса идаралығы эшмәкәрлегендә был тәүге хәл түгел. Башҡортостан приставтары уяулығы менән суд бинаһына яғыулыҡ шыйыҡсаһы менән шешәләр, һалҡын ҡорал, наркотиктар индерергә ынтылыу  осрағы туҡтатыла, айырыуса ҡурҡыныс енәйәт ҡылыусылар тотола.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика