Туймазы районында юл киҫелешендә һигеҙенсе модель ВАЗ автомобиле менән мәктәп автобусы бәрелешкән

Туймазы районында юл киҫелешендә һигеҙенсе модель ВАЗ автомобиле менән мәктәп автобусы бәрелешкән 06.10.2015

Автоинспекция мәғлүмәттәре буйынса, оло юлға сығып барыусы «Лада» автомобиле водителе автобусҡа юл бирмәй. Һөҙөмтәлә ул ваҡиға урынында һәләк була. Был мәлдә автобуста циркка китеп барған  18 бала  ултырған була. Хәүефһеҙлек ҡайыштары беркетелгәнгә күрә, бер кем дә зыян күрмәй. Осраҡ буйынса тикшереү бара. ВАЗ водителенең авария мәлендә айыҡ булыу-булмауы асыҡлана.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика