Туймазы районында полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ һаҡланған ҡорал келәте тапҡан 23.06.2016

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Леонидовка ауылында йәшәүсе 51 йәшлек ир үҙенең йортонда төрлө ҡорал һәм хәрби припастар тотҡан.  

Оператив хеҙмәткәрҙәр уҙғарған тентеү барышында 12 берәмек утлы һәм һалҡын ҡорал, шулай уҡ төрлө калибрлы 800 берәмек  патрон тартып алынған. Мылтыҡтар, пистолеттар, винтовкалар һәм хатта, граната - быларҙың барыһын да ир шәхси өйөнөң төрлө мөйөштәрендә һаҡлаған. Бынан тыш, тәртип һаҡсылары йорттоң икенсе ҡатында һалҡын ҡорал коллекцияһын да  тапҡан. Тентеү 4 сәғәт дауам иткән. Ир үҙе әйтеүенсә, ҡоралды ул фәҡәт шәхси мәнфәғәттәрендә йыйған. Иргә ҡарата ,,Законһыҙ ҡорал һаҡлау" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Тикшереү ваҡытына ҡорал хужаһынан йортонан сыҡмау тураһында яҙыу алынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика