Үткән ял көндәрендә Башҡортостанда 22 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Үткән ял көндәрендә Башҡортостанда 22 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән 08.12.2014

Аварияла дүрт  кешенең ғүмере өҙөлгән, 34 кеше йәрәхәтләнгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 6 меңдән ашыу протокол төҙөлгән. 209 кешенең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған.  Инспекторҙар автоһәүәҫкәрҙәргә лә, йәйәүлеләргә лә уяу булырға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.  

Линар Зиннуров, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре: «Водителдәргә, йәйәүлеләргә  мөрәжәғәт итәм. Юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа, водителдәргә  тиҙлекте арттырмаҫҡа, ҡаршы юлға сыҡмаҫҡа һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булырға саҡырам. Юлды светофорҙың йәшел төҫөнә сығырға кәрәклеге хаҡында онотмаһындар ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку