Үткән ял көндәре республикала 30 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө 20.07.2015

47 кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханала. Өфө районының Авдон – Подымалов юлында  шәмбенән йәкшәмбегә ҡараған төндә «ЗАЗ Шанс» автомобиле пассажир автобусы менән бәрелешә. Юл-транспорт һәләкәтендә апалы-һеңлеле өс ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Бөгөн уларҙы һуңғы юлға оҙаттылар.

Маритэ Үзбәк ҡыҙы аварияла һәләк булған ҡыҙҙарҙы бәләкәй саҡтарынан белгән. Тырыш, бөтмөр инеләр, йәшәргә ашҡындылар, олоһо эшләп тә йөрөй ине, ти уҡытыусы. Апалы-һеңлеле Регина менән Эльвинаны һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл килде. Был тетрәндергес хәбәргә Первушин ауылында йәшәүсе бер кемдең дә ышанғыһы килмәй. Ҡыҙҙарҙың береһенә 21, икенсеһенә 18 йәш булған. Һәләк булған өсөнсө ҡыҙ уларға ике туған тейешле.

Шәмбенән йәкшәмбегә ҡараған төндә Өфө районының Авдон -Подымалово юлының егерменсе саҡырымында улар «ЗАЗ Шанс» автомобилендә пассажир автобусы менән бәрелешә.

Мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙҙар ултырған машина Николаевка ауылы яғынан Курасковаға китеп барған. Оло юлдан килеүсе "Мерседес" автобусын абайламағандармы? Яҡындары һөйләүенсә, ул төн томанлы булған.

Пассажир автобусындағы егерме алты баланың һаулығына зыян килмәгән. Скаут хәрәкәте ағзалары Волгоград өлкәһенән Әшәгә китеп барған.

Дмитрий Кабанов, автобус водителе: «Сәғәт төнгө өстәр тирәһе ине, ошонан уҙып барғанда ҡапыл юғары тиҙлектә еңел автомобиль килеп сыҡты. Бәрелештән ҡотолоп булмай ине. Автобусты уң яҡҡараҡ бороп ҡына өлгөрҙөм».

Ә селпәрәмә килгән еңел автомобилдәге ҡыҙҙарҙың әхирәте Алина Усманова төрлө тән йәрәхәттәре менән Өфөнөң өсөнсө дауаханаһы реанимацияһында. Ул аңына килмәгән. Ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн ҡан биреү талап ителә.

София Хәбирова, Алина Усманованың туғаны: «Алина иҫендә ине әле.. Уның яңағы емерелгән. Һөйләшә алмай ине. Ул ауыр хәлдә. Өфө ҡалаһы Батыр урамы, 41/1, адресы буйынса ниндәй төркөмдән булһа ла ҡан бирһәләр яҡшы булыр».

Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара. Мәғлүмәттәр буйынса, өс ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән һәләкәттә руль артындағы ҡыҙ ғәйепле. Ул оло юлдан килеүсе автобусты үткәрмәгән.Ҡыҙҙар барыр ерҙәренә бер- нисә минутҡа ғына һуңлаһалар , был хәл килеп тә сыҡмаҫ ине. Хәйер, был юл сатында авариялар йыш була тиҙәр.

Аврияла иҫән ҡалған ҡыҙға ярҙам итеү өсөн яҡындары ,fyrn  иҫәп асҡан. Кем күпме булдыра ала, экрандағы иҫәпкә күсерергә мөмкин.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика