Үткән тәүлектә республика юлдарында 19 юл - транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа  6 кеше һәләк булған, 24-те төрлө тән йәрәхәттәре алған 08.08.2016

Учалыла 23 йәшлек егет ВАЗ-2109 машинаһында йәнәш барыусы машинаны уҙғанда, ҡаршы юлдағы  велосипедсыны  төкөй. 31 йәшлек велосипедсы ҡатын ҡала дауаханаһында йән бирә.

Стәрлетамаҡ - Красноусольск  юлында ла «Дэу Нексия» ҡаршы юлға сығып «Лада Калина» машинаһы  менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә «Дэу Нексия»ның водителе һәм 33 йәшлек пассажир дауаханала һәләк була.  «Калинала»ғы водитель менән 8 йәшлек пассажир малай йәрәхәтләнә.
Шишмә- Ҡырғыҙ- Миәкә юлының Әлшәй районындағы өлөшөндә  киске етеләр тирәһендә бер юлы 3 машина бәрелешә. Был осраҡта 63 йәшлек ир идара иткән 9-сы модель автомобиле ҡаршы юлдағы ВАЗ-2114 һәм «Киа Спектра» автомобилдәре менән төкәлешә. авария һөҙөмтәһендә 9-сы һәм 14 модель автомобиле пассажирҙары ваҡиға урынында һәләк була, 14- cе модель  водителе  дауаханаға оҙатыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика