Үткән аҙнала теркәлгән янғындарҙың күбеһенә электр утындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе

Үткән аҙнала теркәлгән янғындарҙың күбеһенә электр утындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе 10.08.2015

Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте шулай тип белдерҙе. Благовар районы үҙәгендә йәкшәмбе көн ағас йорт янып китә. Бәхеткә, зыян күреүселәр, һәләк булыусылар юҡ. Күрелгән матди зыян  200 мең һумға баһаланған.  Ә Хәйбулла районында дәүләт номерҙары булмаған УАЗ автомобиленә ут тоҡана. Бәләгә транспорт сараһының механизмы сәбәпсе тип билдәләнгән. Ә Өфөнөң 8 март урамында янғындан биш кеше эвакуациялана. Бында ике ҡатлы кирбес йорт яна. Әлеге осраҡта ла электр ҡоролмаларын файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу сәбәпсе тип фаразлана.

Әлиә Дәминева, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре:  «Янғын һүндереүселәр килгәндә торлаҡты ҡара төтөн ҡаплап алған була. Ҡотҡарыусылар ут эсенән биш кешене, шул иҫәптән өс баланы алып сыға».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика