Террор ғәмәлен ойоштороуҙа ғәйепләнеүселәр өсәүһе бергә 39 йылға иркенән мәхрүм ителде

Террор ғәмәлен ойоштороуҙа ғәйепләнеүселәр өсәүһе бергә 39 йылға иркенән мәхрүм ителде 05.12.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр улар Өфөлә пассажир автобусын шартлатырға ниәтләгәйне. Төп ғәйепләнеүсене полиция Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторған операция барышында ҡулға алды.  

Баш ҡалала төпләнгән 35 йәшлек егеттең өйөндә тентеү барышында  шартлатҡыстар табылды. Артабан тәфтишселәр уның әшнәләренең эҙенә сыҡты. Уларҙың береһе Һамарҙан булыуы асыҡланды. Уның йәшәгән урынында автомат һәм хәрби припастар табылды. Төркөмдөң өсөнсө ағзаһы Өфө районында йәшәүсе 63 йәшлек ханым булыуы асыҡланды. Һөҙөмтәлә ирҙәр 16 һәм 13 йылға ҡаты режимлы колонияға, ә хаҡлы ялдағы ханым 10 йылға дөйөм режимлы колонияға иркенән мәхрүм ителде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку