Тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығындағы боҙборсаҡ

Тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығындағы боҙборсаҡ 06.07.2015

Уҙған ял көндәрендә республиканың бер нисә төбәгендә аномаль яуым-төшөм күҙәтелгән.  

Социаль селтәрҙәрҙә барлыҡҡа килгән видеояҙма һәм фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, Илеш районында тәбиғәт ғәрәсәте ауыл кешеләренә ныҡ ҡына зыян килтергән. Бигерәк тә автомобилдәр, баҡса үҫемлектәре, хатта ҡайһы бер йорт  ҡыйыҡтары емерелгән. Ошондай уҡ хәл Өфөнөң Иҫке Турбаҫлы ауылында ла күҙәтелгән. Әйткәндәй, синоптиктар фаразлауынса,  аҙна дауамында баш ҡалала яуым-төшөм көтөлмәй. Шулай ҙа бөгөн һәм алдағы ял көндәрендә ямғыр яуыр, тип күҙаллана. Уртаса һауа температураһы 20 градус кимәлендә һаҡлана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку