Ташҡынға бәйле, Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙең ябылыуы ихтимал

Ташҡынға бәйле, Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙең ябылыуы ихтимал 19.04.2017

Был осраҡта өс ауыл уҡыусылары өйҙә белем уҡытыуға  күсереләсәк. Һүҙ Стуколкин, Песчаный һәм Фомичев ауылдары хаҡында бара. Башҡортостан юлдаш телевидениеһына был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

Әлеге ваҡытта йылғаның тәрәнлеге  480 сантиметр тәшкил итә. Бөгөн күпер ғәҙәти режимда эшләй, урында йәшәүселәр өсөн хәүеф тыуҙырмай. Әгәр ҙә һыу 5 метрға тиклем күтәрелә ҡалһа, транспорт хәрәкәте Өфө-Шишмә трассаһы буйлап йөрөйәсәк. Күпер эргәһендә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку