Төнгө янғын

Төнгө янғын 15.11.2016

Һөҙөмтәлә ике ғаилә бер нимәһеҙ урамда тороп ҡалған. Янғын сәбәптәре аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Фаразланыуынса, бәлә газ үткәргестәге  баҫымдың ҡырҡа үҙгәреүе менән бәйле булыуы ихтимал.  

Таңғы сәғәт дүрттәрҙә АГВ-нан сыҡҡан сәйер тауышҡа уянып киткән Хәнифә ханым барыһын да төш кеүек кенә хәтерләй. Тиҙ арала ялмап алған ут ҙур йортто, йыйған мөлкәттәрен юҡҡа сығара. Бөгөн Әминевтар бер нимәһеҙ, бер ҡат кейемдә урамда тороп ҡалған.Утты һүндерергә маташҡанда ғаилә башлығының сәсе яна, ҡулы бешә. Атай кешене әле иң беренсе икенсе курста белем алған улын уҡытыу, аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһе борсой.
Бер үк ваҡытта ошо уҡ урамда йәнә бер өй яна. Йорт хужаһы өйҙә булмай сыға, ҡайтыуына ҡара көйгән бүрәнәләр генә ҡала. Ауылдың башҡа өйҙәрендә йәшәүселәр ҙә төндә ҡырҡыу еҫкә, газ үткәргестәге ят тауышҡа уянып ҡына бәләне кисектерә алған.
Салйығот ауылында йәшәүселәр әйтеүенсә, уҙған тәүлектәге төндә тотош ауыл янып көлгә әйләнә алыр ине, сөнки бөтә өйҙәрҙә лә газ ағып сығыуы күҙәтелә. Ауыл халҡын бәләнән таңғы сәғәт дүрттәрҙә бер-береһенә, күрше-тирәгә тиҙ арала хәбәр итеп өлгөрөү аралай.
Бындай хәлдең буласағын алдан күҙаллап булмай, ти белгестәр. Газ үткәргән йортта йәшәүсе һәр кем иғтибарлы һәм һаҡ булырға тейеш, ти улар.
Таһир Күскилдин, «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы директоры: «Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр газ ҡоролмаларын тикшерә. Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡандарын, бушлай алыштырабыҙ. Алдағы ун көндә аварияға бәйле хәл асыҡланыр тип уйлайбыҙ».
Компания зыян күргән ғаиләләрҙе матди яҡтан тәьмин итеү буйынса яуаплылыҡты тулыһынса үҙ өҫтөнә алды. Ә бәләнең сәбәбен етди тикшереүҙәр күрһәтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку