Төбәк етәксеһе ғәҙәтән тыш хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн бөтә хеҙмәттәрҙең көсөргәнешле режимда эшләүен белдерҙе

Төбәк етәксеһе ғәҙәтән тыш хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн бөтә хеҙмәттәрҙең көсөргәнешле режимда эшләүен белдерҙе 16.03.2016

Ултырышта шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы янғында һәләк булыусы 12 кешене бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.  Алдан хәбәр ителеүенсә, бер ҡатлы йортта таңға табан ут сыға. Һәләк булыусы 10 ир менән ике ҡатын «Содействие»  социаль адаптация үҙәге ағзалары булған. Йорттоң тәҙрәләренә рәшәткәләр ҡуйылыу һәм ишектең биклелеге арҡаһында улар янғын эсенән  сыға алмай. Ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға кеҫә телефондары ла булмай.  

Рөстәм Хәмитов ошондай уҡ үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты. Башҡортостан етәксеһе был хәлде контролгә алыуын һәм ғәйеплеләрҙең үҙ язаһын аласағын белдерҙе.  Республика прокуроры был ойошма эшмәкәрлегенең законлылығын тикшерергә күрһәтмә бирҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку