Сығарылышты ғәҙәттән тыш хәлдән башлайбыҙ

Сығарылышты ғәҙәттән тыш хәлдән башлайбыҙ 03.06.2015

Бер нисә минут элек Иглин районының Урман ауылында янғын сыҡты. Ут был юлы ла хәрби келәттә тоҡанды. Шунлыҡтан ҡалған боеприпастар һәм дары шартлай башлаған. Ауыл тулыһынса төтөн  эсендә ҡалған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса халыҡ өйҙәрен ташлап китә. Эвакуация иғлан ителгән. Оператив штаб төҙөлгән. Ваҡиға урынына беҙҙең ижади төркөм юлланды. Тулыраҡ мәғлүмәт яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың 26 майында Урман ауылындағы хәрби часть биләмәһендә көслө янғын сыҡҡайны. Хәрби келәттәге шартлау  һөҙөмтәһендә 800-ҙән ашыу йорт емерелде, меңәрләгән кеше торлаҡһыҙ һәм мөлкәтһеҙ тороп ҡалды.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку