Стәрлетамаҡта Туҡай тыҡрығындағы йортта янғын сығыу һөҙөмтәһендә ун ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Стәрлетамаҡта Туҡай тыҡрығындағы йортта янғын сығыу һөҙөмтәһендә ун ике кешенең ғүмере өҙөлдө 15.03.2016

Утта һәләк булыусыларҙың икеһе 35 һәм 53 йәштәге ҡатын-ҡыҙ,  унауһы 26 йәштән 56 йәшкә тиклемге ирҙәр. Улар барыһы ла Рәсәй граждандары. Фараз буйынса, янғын төҙөк булмаған электр сымдарынан сыҡҡан. Әле тикшереү эштәре дауам итә.

Янғын барыһының да тәрән йоҡоға талған мәле - сәғәт таңғы биштәр тирәһендә сыҡҡан. Ут сығыуы тураһында тәүҙә өйҙөң икенсе яртыһында йәшәүселәр һиҙеп ҡала. Ҡатын бер балаһы менән төтөн ялмап алған йорттан сығып өлгөрә. Тауышҡа күршеләр ҙә килеп етә. Улар әйтеүенсә, янғындың башланған мәлендә йорт эсендәгеләр иҫән булған. Эстән ярҙам һорап ялбарыу, ығы-зығы тауышы ишетелгән. Ләкин уларҙы ҡотҡарырға береһенең дә хәленән килмәй. Йорт кеше инә алмаҫлыҡ ҡәлғә булып сыға.
Ишекте саҡ емереп ингән ҡотҡарыусылар йорттағы кешеләрҙең кәүҙәһен генә сығара алған. Уларҙың барыһы ла һөрөмдән ағыуланып үлгән. 26 йәштән алып 56 йәшкәсә 12 кеше. Икеһе ҡатын-ҡыҙ. Тәүҙә ҡайһы бер  мәғлүмәт сығанаҡтарында һәләк булыусылар эшкә килеүсе сит ил граждандары тигән хәбәр  таралды. Ләкин Туҡай тыҡрығында йәшәүселәр был мәғлүмәтте тәүҙән үк иңҡар итте. Улар әйтеүенсә, йортта наркомания һәм алкоголизмдан яфаланғандарҙы дауалағандар. Һуңынан был фараздарҙы тәфтиш комитеты ла дәлилләне.
Стәрлетамаҡтағы фажиғә тураһында ишетеү менән республика башлығы ла ваҡиға урынына юлланды. Унда  Рөстәм Хәмитов ғәҙәттән тыш хәл менән яҡындан танышып, янғын осрағы буйынса ашығыс кәңәшмә уҙғарҙы.
Өфөгә ҡайтҡас Рөстәм Хәмитов Республика Профосюздар федерацияһының отчет-һайлау йыйылышын Стәрлетамаҡтағы янғында һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башларға тәҡдим итте.
Туҡай урамында йорт ҡуртымға бирелгән булған. Һәр ваҡыт төрлө кешеләр йөрөнө, ти урындағы халыҡ. Ләкин тауыш ҡуптарыу, тәртипһеҙлек кеүек күренештәр теркәлмәгән. Киреһенсә, йортта йәшәүселәр күршеләргә ярҙам итеп торған. «Содействие» социаль яраҡлашыу үҙәге  наркомания менән яфаланыусыларҙы тап ҡул эше ярҙамында дауалай. Ҡайһы бер иҫбатланмаған мәғлүмәттәр буйынса ойошманы секта, тип тә атайҙар. Әле уның хажаларын, ағзаларын асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара. Осраҡ буйынса  һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан да күберәк  кеше үлеменә юл ҡуйыу  статьяһына ярашлы, енәйәт эше лә ҡуҙғатылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку