Стәрлетамаҡта сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә урамда ҡалған Нәзилә Гнездиловаға ярҙам кәрәк!

Стәрлетамаҡта сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә урамда ҡалған Нәзилә Гнездиловаға ярҙам кәрәк! 20.12.2016

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 декабрҙә  Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы  янғында  6 һәм 11 йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө. Фажиғә ваҡытында  өйҙә йоҡлап ятҡан 31 йәшлек ир  дауаханаға оҙатылған. Әлеге ваҡытта һәләкәт сәбәптәре асыҡлана һәм енәйәт эше асылған.

Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Башҡортостан буйынса тәфтиш комитетының Стәрлетамаҡ бүлеге осраҡ буйынса тикшереү үткәреп, енәйәт эше асты. Суд медицина экспертизаһы һөҙөмтәһенә ярашлы,  балаларҙың һөрөмдән ағыуланып үлеүе асыҡланған. Янғын сәбәптәренең береһе- ут менән һаҡһыҙ эш итеү».  
Бер көн эсендә ғаиләһеҙ һәм фатирһыҙ ҡалған Нәзилә Гнездиловаға  ярҙам талап ителә. Аҡсаны  «Һаҡлыҡ банкы» картаһына күсерергә мөмкин. Уның һандарын әле һеҙ экранда күрәһегеҙ. Сатлама һыуыҡтарҙа электр приборҙары, газ ҡорамалдары  менән һаҡ эш итеү һәм иғтибарлы булыу талап ителә. Бөгөн тағы бер фажиғә теркәлде. Сибай ҡалаһының Ғафури урамындағы  шәхси йортта ут сыҡты. Ул ете янғын һүндереү һәм өс берәмек махсус техника ярҙамында  һүндерелгән. Йортта 78 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.  

«ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ» КАРТАҺЫ 639002069065681809 НӘЗИЛӘ ГНЕЗДИЛОВА (ФӘЙРУШИНА)

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку