Стәрлетамаҡта Реабилитация үҙәге директоры Алексей Чалыхҡа ҡарата суд эше башланды

Стәрлетамаҡта Реабилитация үҙәге директоры Алексей Чалыхҡа ҡарата суд эше башланды 08.08.2017

Үткән йылдың 15 мартында ул етәкләгән  үҙәктә төнгөлөккә бикле ҡалған 12 кешенең ғүмере янғын һөҙөмтәһендә өҙөлдө. Ғәзиздәрен юғатҡан яҡындары ғәҙеллек эҙләй.

Ҡала суды алды халыҡ менән тулы. Улар араһында үткән йыл март айында яҡындарын юғалтыусылар  күпселекте тәшкил итә. 26 йәшлек Марс Селиковтың туғандары ғәҙеллек эҙләп суд юлында йөрөй. Улар туғандарының ваҡытһыҙ үлеме менән бер нисек тә килешә алмай. Егеттең апаһы Зөһрә Әхмәҙиева белдереүенсә, Марс көн аша туғандарына шылтыратып,хәлдәрен һөйләп торған. Холоҡ төҙәтеү үҙәгенә ул үҙ теләге менән килгән. Ундағы шарттарға һәм туҡланыуға зарланмаған. Фажиғәғә бер тәүлек ҡала ул туғандарына шылтыратырға вәғәҙәләгән. Әммә һуңғы һөйләшеү тормошҡа ашмаған. Туғандары фажиғә хаҡында телевизор аша, яңылыҡтар  сығарылышы аша белгән.
Иван Шухлевтың был үҙәккә нисек  килеп эләгеүе хаҡында туғандары бөтөнләй белмәгән. Әммә уның менән булған  бәхетһеҙлек  реабилитация үҙәге етәкселеген  яуаплылыҡтан азат итмәй,- тигән фекерҙә улар.
Елена Масюкова: «Бөгөн суд буласаҡ. Мин бик тулҡынланам. Ҡустымдың үлеме менән бер нисек тә килешә алмайым. Уның бында килеп эләгеүе лә бик күп һорау тыуҙыра».
Ғәҙеллек эҙләүсе өс яҡ теүәл өс сәғәткә тәүге суд ултырышын тыңланы. Суд залына журналстарҙы камераһыҙ ғына индереҙеләр. Бизмән кем яғына тартыр, янғында яҡындарын юғалтҡандар дәғүәләре иҫәпкә алынырмы?
Стәрлетамаҡта реабилитация үҙәгендә 2016 йылдың 15 мартында  янғын сығыу һөҙөмтәһендә 12 кешенең ғүмере өҙөлә. Улар араһында Өфөнән Марс исемле егет тә була. Марстың яҡындарына был яңылыҡ аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәъҫир итә.Әсәһе ауыр ҡайғынан күреү һәләтенән яҙа. Шуға күрә лә судҡа уның яҡын туғандары килгән. Улар ғәҙел хөкөм ҡарары һәм мораль ҡыйынлыҡтар өсөн компенсация түләүҙәренә өмөтләнә.
Суд ултырышы бикле ишектәр артында үтте.  Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсенең адвокаттары, етәксе үҙ лә  бәхетһеҙ осраҡ ҡорбаны тигән фекер яҡлы. Уны яҡлаусылар судҡа мөрәжәғәт иткән. Әммә ғариза ҡаралмаған. Дәүләт ғәйепләүсеһе был ғариза ваҡытты һуҙыу өсөн генә тапшырылған ,енәйәт эшен яңынан ҡарауға нигеҙ бөтөнләй юҡ, тигән ҡарашта.
Ильяс Миңлеғәлиев, Башҡортостан буйынса дәүләт ғәйепләү бүлеге прокуроры: «Бөгөн суд тикшереүе өс зыян күреүсе ҡатнашлығында үтте. Суд барышында яҡлау  тарафынан һорауҙар тыңланылды. Әммә  яҡлаусыларҙың енәйәт эшен прокурорға ҡайтарыу һорауы ҡәнәғәтләндерелмәне».
Клиенттарын алкоголь һәм наркотиктарҙан хеҙмәт менән дауалаусы хәҙер үҙ камераларҙан ҡасып йөрөргә мәжбүр. «Содействие» тип аталған үҙәк етәксеһенең ҡул аҫтында 12 кешенең ғүмере өҙөлә.
Тыштан бикле ҡалған бер ҡатлы йорт. Тимер рәшәткәләр артында төтөнгә тонсоғоп вафат булған ҡорбандарҙы ҡотҡарып  була ине бит ти яҡындары. Улар ғәҙеллек юллай. Тәүге суд ултырышына барлыҡ ҡаза күреүселәр һәм  шаһиттар ҙа килә алманы. Енәйәт эшен киләһе тыңлау август аҙағына  күсерелде.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку