Стәрлетамаҡта элекке машзавод бинаһын торлаҡ йорт менән тоташтырған үткәүелдең көпә-көндөҙ емерелеп төшөүе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен көсәйтеү кәрәклегенә ишара

Стәрлетамаҡта элекке машзавод бинаһын торлаҡ йорт менән тоташтырған үткәүелдең көпә-көндөҙ емерелеп төшөүе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен көсәйтеү кәрәклегенә ишара 27.01.2018

Ҡап урталай һынып төшкән үткәүел тирәләй социаль селтәрҙәрҙә лә төрлө хәбәрҙәр ҡуйыра. Был хәл ҡотолғоһоҙ инеме һәм ни өсөн хужаһыҙ биналарҙы һүтеү тәртипһеҙ  рәүештә башҡарыла?

Стәрлетамаҡ ҡалаһының элекке машзавод бинаһын торлаҡ йорт менән  тоташтырған үткәүелдән  харабалар ғына ҡалған. Ярай ҙа ул ҡап уртаға емерелеп төшкәндә яҡын-тирәлә бала-саға һәм кешеләр булмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдә, һөйөнөскә күрә үлем осрағы теркәлмәне.
Әммә бишенсе  һәм алтынсы подъездарҙа йәшәүселәргә  гөрһөлдәгән тауыш, стеналар һелкенеүе оҙаҡ ғына тынғылыҡ бирмәйәсәк. Бишенсе подъзеда йәшәүсе  Оксана Хөсәйенова   иң беренселәрҙән  булып ҡотҡарыу хеҙмәте һандарын йыя. Подъезд ишеге  конструкция емереклектәре менән бикләнә, халыҡ күрше поъездың тәҙрәһе аша янғын һүндереү хеҙмәте һуҙған махсус баҫҡыстар буйлап хәүефһеҙ урынға эвакуациялана.
Оксана Хөсәйенова: «Шул тиклем һелкенеүҙән төшкө йоҡоға талған балам тертләп уянды. Тәҙрәгә үрелеп ҡараным һәм үткәүелдең ҡап урталай һынып төшкәнен күрҙем. Шунда уҡ ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡырҙым. Подъез ишектәре емерелгән харабалар менән күмелгән ине. Беҙ тәҙрәнән сыҡтыҡ».
Әлеге ваҡытта был хәүефле  урын тулыһынса махсус ҡулса менән уратып алынған, халыҡ өлөшләтә ваҡытлыса йәшәү урындарына һәм туғандарына урынлаштырылған.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса,  үткәүел емерелеүенә тимер эҙләүселәр сәбәпсе булыуы ихтимал. Билдәһеҙ кешеләр ҡоролманы тотоп тороусы металды киҫә һәм үткәүел ҡап урталай ишелә.
Баҡтиһәң, заводтың элекке хужалыҡ бинаһының яртыһында йәшәүселәр ҡалған өлөштәрҙә  метал киҫеүселәрҙең бысҡы осҡондарын  күптән күҙәтә икән.
Торлаҡ фонды тип бүленгән биләмәлә йәшәүселәр  ярты бинаның хужаһы банкрот тип белдерә. Ҡарауһыҙ  биләмәләрҙең үҙҙәре өсөн хәүеф тыуҙырыуына борсолоу белдереп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының был өлкөгә яуаплы инстанцияларына ла мөрәжәғәт иткән. Әммә унан был шәхси биләмә тигән яуап алынған. Ваҡиға шаһиты булған халыҡ киләсәктә биналарға мотлаҡ хужа табылырға тейеш тигән фекерҙә. Ваҡиғанан шаңҡыған халыҡ әле тиҙерәк үҙ торлаҡтарына ҡайтып, тыныс тормошҡа күсергә теләй.
Дмитрий Бурдыга: «Был хәл булғанда мин эштә инем. Ҡотҡарыусылар биләмәне таҙартып бөткәс тә, үҙ мөйөшөбөҙгә ҡайтасаҡбыҙ».
Ҡыш уртаһында көпә-көндөҙ йылдар буйына торған тимер- бетон ҡоролманың емерелеп төшөүе бик күп һорауҙар тыуҙыра. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Гоголь урамы 130 адресы буйынса  теркәлгән күңелһеҙ ваҡиға сәбәптәре  хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан  тикшерелеп, ғәйеплеләр асыҡланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку