Стәрлетамаҡ ҡалаһында 7 ноябрҙә юғалған 13 йәшлек ҡыҙ табылған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 7 ноябрҙә юғалған 13 йәшлек ҡыҙ табылған 24.11.2015

Елена Егорова балаларҙы яҡлау үҙәгенә урынлаштырылған. Бала һау-сәләмәт, әммә ул өлкәндәр менән бик аралашып бармай. Үҙенең ҡайҙа булғанын да әйтмәй. Ҡыҙҙың юғалыуы тураһында полицияға уны опекунлыҡҡа алған апаһы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, өс көнгә ауылдағы туғанына ҡунаҡҡа киткән бала, ваҡытында өйгә әйләнеп ҡайтмай. Елена Егорованың ата-әсәһе  ата-әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән һәм Магнитогорск ҡалаһында йәшәй.  Үҫмер ҡыҙҙың быға тиклем дә өйҙән сығып киткәне булған,  берәҙәклеккә тартым бала психиатрҙа иҫәптә тора.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика