Сочи - Өфө сәфәрендәге ЯК-42 самолеты бөгөн иртән осош һыҙатынан ситкә ултырҙы

Сочи - Өфө сәфәрендәге ЯК-42 самолеты бөгөн иртән осош һыҙатынан ситкә ултырҙы 12.08.2016

Бортта  118 пассажир булған, шуларҙың һигеҙе экипаж ағзаһы. Эвакуация һәм багажды тапшырыу  тейешле режимда башҡарылған. Сәфәр ҡылыусылар араһында йәрәхәтләнеүселәр юҡ тип хәбәр итә Халыҡ-ара «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте.

Баш ҡаланың һауа ҡапҡалары  иртәнге сәғәттәрҙә осоп килеүсе самолеттарҙы ҡабул итмәне. Әммә әле ул ғәҙәти режимда эшләй. Осоштар менән тотҡарлыҡтар юҡ. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен махсус комиссия асыҡлаясаҡ. Урында әле тикшереүселәр эшләй. Сочи-Өфө рейсы пассажирҙары һүҙҙәре буйынса самолеттың  осош һыҙатынан ситкә сығыуы  һауа торошона бәйле булыуы ихтимал. Бөгөн иртән йәшенләп ямғыр яуҙы. Күк йөҙө ҡара болоттар менән ҡапланғайны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку