Сибайҙан 29 йәшлек водитель ете кешенең ғүмере өҙөлгән юл-траспорт фажиғәһендә ғәйепле тип танылған  11.06.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡот осҡос авария былтыр мартта Архангел районында теркәлде. «Фольксваген Каравелла»  автомобиленә идара иткән ир Өфөгә пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән. Фажиғәле көндә  ул Булгаков-Белорет юлында ҡаршы һыҙатҡа сығып «Мерседес Бенц» йөк транспорты менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә микроавтобус трассанан ситкә оса. Аварияла барлыҡ пассажирҙар ҙа һәләк була. Суд ваҡытында водитель үҙ ғәйебен танырға теләмәгән. Шуға ҡарамаҫтан ир 6 йыл да 11 айға  иркенән мәрхүм ителде һәм өс йыл дауамында транспорт сараһына идара итә алмаясаҡ. Бынан тыш, суд фажиғәгә тарыусыларҙың һәр береһе файҙаһына 1 миллион һум күләмендә компенсация түләтергә ҡушты.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика