Сибай - Аҡъяр автомобиль юлында «Мерседес Спринтер» микроавтобусы менән 9-сы модель ВАЗ автомобиле бәрелешкән 22.10.2014

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаршы юлға  һигеҙ пассажиры булған микроавтобус барып сыҡҡан.

26 йәшлек водитель идара иткән автобус Ырымбур өлкәһенән Магнитогорскиға китеп барған. Жигулиҙың руле артында 55 йәшлек урында йәшәүсе ир ултырған. Уның пассажиры - 74 йәшлек ҡатын һәләк булған. Водитель үҙе һәм тағы ла ике пассажир ныҡ йәрәхәтләнгән. Башҡа зыян күреүселәр хаҡында әлегә мәғлүмәт юҡ. Ә Бөрө районында «Дэу Нексия» автомобиле алда барыусы машиналарҙы уҙырға тырышып, «Лада» менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә «Ладаның»  водителе - 62 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында һәләк була. «Дэу Нексияның» водителе менән уның 16 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре ала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика