Шишәмбе көн Өфөлә уҡыусы балалар менән аварияға тарыған автобустың страховкаһы булмаған

Шишәмбе көн Өфөлә уҡыусы балалар  менән аварияға тарыған автобустың страховкаһы булмаған 28.10.2015

Был турала Яуаплылыҡты страховкалаусы милли союз президенты Андрей Юрьев белдерҙе.

Рәсми вәкилдең билдәләүенсә, 2013 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән федераль законға ярашлы, йәмәғәт транспортындағы аварияла  зыян күреүсе пассажирҙар страховка түләүе алыу хоҡуғына эйә.  Юрьевтың белдереүенсә, союздың автоматлаштырылған сиситемаһында зыян күргән автобустың дәүләт номеры тураһында мәғлүмәт юҡ. Ә инде пассажирҙар алдында яуаплылыҡты страховкалау әлеге ваҡытта коммерция маршурттарына ғына тарала. Тимәк, кисә зыян күргән автобус пассажирҙары страховкаға дәғүә итә алмай. Андрей Юрьев етәкләгән ойошма бындай ҡарар менән риза түгел һәм  закондың коммерцияға ҡарамаған маршруттарға таралыу мөмкинлеген ҡарау үтенесе менән күп тапҡырҙар  тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт иткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика