Шишәмбе Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамында урынлашҡан Росреестр бинаһында янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде

Шишәмбе Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамында урынлашҡан Росреестр бинаһында янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде 05.11.2015

Ут тиҙ арала һүндерелһә лә, ҡайһы бер документтар янып юҡҡа сыға.

Алина Ғәниева, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: «Янғын һүндереүселәр уттың архив бүлегендә тоҡаныуын асыҡлай. Майҙан 1 квадрат метр тәшкил итә. Әлеге көндә зыян күләме асыҡлана. Янғын электр яҡтыртҡысынан сыҡҡан тип фаразлана».
Бина ҡағиҙә булараҡ, сигнализация һәм янғын һүндереү системаһы менән йыһазландырылған була. Ҡорамалдарҙың ваҡытында эшләүе ҙур ведомсвоны оло бәләнән аралай. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
Рушат Шафиҡов, баш инженер: «Ҡайһы бер документтар зыян күргән-күреүен. Шулай ҙа халыҡҡа борсолорға кәрәкмәй, сөнки бөтә мәғлүмәт компьютерҙа, электрон вариантта һаҡланған. Ниндәйҙер мәғлүмәт кәрәк булған осраҡта ведомство хеҙмәткәрҙәре граждандарға үҙҙәре мөрәжәғәт итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку