Селпәрәмә килгән хыялдар

Селпәрәмә килгән хыялдар 11.01.2017

Әлшәй районында өс балалы ғаилә Яңы йыл байрамдары алдынан урамда ҡалған. Тикшереүҙәр барышында янғындың электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныштан сығыуы асыҡланған. Әле ваҡытта Нәсибуллиндарҙы туған-тумасалары үҙҙәрененә һыйындырған. Ҡыҫынҡы булһа ла, үпкәләрлек түгел, ти ҡазаға тарыусылар. Шулай ҙа ғаилә яңы тормош башлап китер өсөн мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж.

Нәсибуллиндарҙың ҡапҡа алдын көрт баҫҡан, ә бына Шарик ҡушаматлы эт кенә үҙенә һуҡмаҡ ярып был нигеҙҙән бер ҡайҙа ла китергә ашыҡмай. Ул йорт- ҡураны һаҡлауҙы үҙенең төп бурысы тип һанай, күрәһең. Әммә был өйҙә күҙ-ҡолаҡ булырлыҡ бер ниндәй әйбер ҙә ҡалмаған тиерлек. 13 декабрь кисендә сыҡҡан янғын йәш ғаиләнең бар мөлкәтен көл-күмергә әйләндерә.
Был өйҙә Нәсибуллиндар биш йыл самаһы элек йәшәй башлаған. Йәш ғаилә хәләл көс менән эшләп тапҡан аҡсаларын йорт һалыуға, кәрәкле йыһаздар һатып алыуға йүнәлтә. Шул ваҡытта улар өс балаға ғүмер ҙә бүләк итә. Игеҙәк ҡыҙҙар әле беренсе синыфта уҡый, бәләкәй малайҙары балалар баҡсаһына йөрөй.  
Стендап. Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай. Раевка ҡасабаһында йәшәүсе Нәсибуллиндар  бер нисә минут эсендә бар мөлкәтен юғалта. Янғын сыҡҡан ваҡытта балалар ошо бүлмәлә дәрес әҙерләп ултырған була. Әммә төтөн еҫе сығыу менән улар бер ҡат кейемдә урамға йүгереп ҡаса.
Бәләгә тарыған ғаиләне ауылдаштары яңғый ҡалдырмай. Кемдер кейемдәр килтерһә, ҡайһы берәүҙәр матди ярҙам күрһәтә. Әле ғаилә башлығы юҡҡа сыҡҡан  документтарҙы тергеҙеү менән мәшғүл. Иң оло рәхмәтебеҙ әлбиттә, күршеләргә, ти Нәсибуллиндар. Сөнки янғын ваҡытында тап улар иң беренсе ярҙамға йүгереп килгән.
Закон буйынса, бәләгә тарыусы ғаилә дәүләттән бер ниндәй ҙә ярҙамға өмөт итә алмай. Сөнки улар башҡа урында теркәүҙә торған, йорттарын да үҙҙәренең исеменә яҙҙырып өлгөрмәгән. Ә инде өйҙө страховкалау тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шулай ҙа йәш ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ тигән ышаныста. Әле улар яңынан йорт һалыу хыялы менән яна. Әммә бының өсөн финанс сығымдар талап ителә. Ҡазаға тарыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр экранда күргән иҫәпкә аҡса күсерә ала.



Һаҡлыҡ банкы картаһы иҫәбе: 4276060017818249
Белешмә өсөн телефон: 8 937 35 79 340 Наталья

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика